Бөтә яңылыҡтар
Туризм
27 Ноябрь 2019, 11:30

Бәләбәй дауаханаһының эше менән ҡыҙыҡһындылар

Муниципаль район хакимиәтендә уҙғарылған сираттағы тура бәйләнеш райондың һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында медицина ярҙамы күрһәтеүгә бағышланды.

Шылтыратыусыларға Үҙәк дауахананың баш табибы Рөстәм Ишмырҙин менән уның урынбаҫарҙары яуап бирҙе.
Тәүге һәм артабанғы бер нисә һорау табип кадрҙары менән, атап әйткәндә, участка терапевтары, балалар аллергологы, эндокринолог менән, нисек тәьми ителеүгә ҡағылды.
Рөстәм Рим улы аңлатыуынса, бөгөнгә Бәләбәй үҙәк дауаханаһына 21 терапевт, 12 педиатр һәм башҡа тар белгестәр кәрәк.
Ике шылтыратыусы әлеге мәлдә дауаханаларҙағы ҡорамалдар – ультратауыш аппараттары, компьютер томографы (офтальмология бүлегендә) – торошо менән ҡыҙыҡһынды. Шул уҡ ваҡытта стоматология поликлиникаһына радиовизиограф алырға ниәттәре булыу-булмауы тураһында һоранылар. Баш табип ультратауыш аппараттарын Бәләбәйҙә – киләһе йылда, Приютта 2021 йылда яңыртырға уйлауҙарын әйтте. Радиовизиограф ҡиммәт, шуға уны һатып алыу әлегә планлаштырылмай.
Бер бәләбәйле участка терапевын алыштырып булмаймы, тип һораны. Бының өсөн йылына бер тапҡыр баш табип исеменә ғариза яҙырға кәрәк икән.
Әйтергә кәрәк, тура бәйләнешкә кешеләр ярҙам һорар, кәрәкле мәғлүмәт алыр, пациенттар тураһында оҙаҡ йылдар хәстәрлек күргәндәре өсөн рәхмәт әйтер өсөн шылтыратты.
Марина Прохорова материалы буйынса Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: