Бөтә яңылыҡтар
Туризм
27 Ноябрь 2019, 17:36

Башҡалабыҙҙа йәшәү сифаты ярайһы

Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университеты рейтингына ярашлы, Өфө йәшәү сифаты буйынса тәүге ун ҡала иҫәбенә инде.

Йыл һайын бында Рәсәйҙең йәшәү сифаты юғары булған ҡалалары рейтингы төҙөлә. 2019 йылда рейтингта беренсе урында – Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазан. Икенсе урында – Грозный, өсөнсөлә – Төмән. Артабан Краснодар, Мәскәү, Санкт-Петербург, Иркутск, Севастополь килә. Өфө һәм Кемерово тәүге ун ҡала исемлеген йомғаҡлай.
Анализ үткәреү өсөн халыҡтан ҡала тормошоноң төрлө яҡтары тураһында фекере менән ҡыҙыҡһынғандар. Улар юлдарҙы хеҙмәтләндереү һәм йүнәтеү, йәмәғәт транспорты һәм юл полицияһы менән шөғөлләнеүселәрҙең эше хаҡында һөйләгән.
Шулай уҡ мәғарифтың һәм мәҙәни инфраструктураның үҫешенә, торлаҡ фондының торошона һәм ҡаланы төҙөкләндереүгә ҡағылышлы фекерҙәр ҙә иҫәпкә алынған. Урындағы властарҙың эше, медицина хеҙмәтләндереүенең сифаты һәм ҡалалағы хәлгә дөйөм баһа ла иғтибарҙан ситтә ҡалмаған.
Тупланған мәғлүмәттәр нигеҙендә һәр йүнәлеш буйынса айырым рейтингтар, шулай уҡ ҡалаларҙың йәшәү сифаты буйынса дөйөм рейтингы төҙөлгән.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: