Бөтә яңылыҡтар
Туризм
28 Ноябрь 2019, 10:50

Башҡортса йәнһүрәттәр ҡарайбыҙ

Өфөнөң «Родина» кинотеатрында балалар өсөн зиһенде үҫтереүсе башҡортса йәнһүрәттәр менән таныштырыу үтте.

Йәнһүрәттәр республикала быйыл старт алған «Балалар» проекты сиктәрендә төшөрөлгән. Башҡортостан Башлығы грантына тормошҡа ашырылған проект кескәйҙәргә башҡорт телен еңел һәм интуитив формала өйрәнеү өсөн онлайн-продукттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән.
Байрамда ҡатнашыусы кескәйҙәр һәм ата-әсәләр хөкөмөнә ете минутлыҡ тәүге сығарылыш тәҡдим ителде. Йәнһүрәттең төп геройҙары – Айыу, Төлкө, Бүре һәм Бесәй башҡортса төҫтәр, һандар, хәрефтәр һәм һүҙҙәрҙе өйрәнә.
Балалар байрамында шулай уҡ кескәйҙәргә төрлө уйындар ойошторолдо, малай-ҡыҙҙар бер-береһе менән яҡындан аралаша, таныша алды.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: