Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
29 Ноябрь 2019, 14:00

«Башҡорттарҙан Геродот еҫе аңҡый

Был милләт «тарих атаһы» ның үҙе кеүек бик боронғо һәм башҡорттарҙың һәр мәсьәләгә ҡарата үҙ тәжрибәһе, башҡаларға үрнәк итеп күрһәтерлек миҫалы бар.

Тап ошо үҙенсәлектәрҙе күҙ уңында тотоп, «Рәсәй-ислам донъяһы» стратегик күҙаллау төркөмөнөң 5-се ултырышын уҙғарыу урыны тип Өфө һайланды. Был турала Дағстандың элекке Президенты, Ислам хеҙмәттәшлек ойошмаһында Рәсәйҙең махсус вәкиле Рамаҙан Абдулатипов белдерҙе.
16 быуаттың дини ҡомартҡылары. Ҡулъяҙмалар Башҡорт илендә лә уҡымышлы диндарҙар, ислам тәғлимәттәрен ҡағыҙ биттәренә яҙыусылар булыуына дәлил. Дин фәлсәфәһе, ҡөръән сүрәләре Уралда исламдың быуаттар төпкөлөнә барып тоташыуы тураһында һөйләй. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса , башҡорттарҙа дин унынсы быуаттарҙа уҡ булған, тип фаразлана.
Был китаптарҙың бөгөнгә тиклем һаҡланыуы төбәктә ислам диненә ҡарата ихлас мөнәсәбәт булыуы хаҡында һөйләй. Тап Башҡортостанда йөҙҙәрсә йылдар төрлө милләт, конфессия вәкилдәре татыу ғүмер итә. Был тәжрибә күптәргә үрнәк, ти форумда ҡатнашыусылар.
«Рәсәй-ислам донъяһы» стратегик күҙаллау төркөмө маҡсаты ошо тәжрибәне башҡа илдәргә лә таратыу.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: