Был хаҡта бөгөн «Мәғариф сәғәте»ндә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.
«Былтырғы форумда төп мәсьәләләр тураһында һөйләшһәк, биш көнлөк уҡыу тураһында ҡарар ҡабул итһәк, икенсе форумды тулыһынса сәләмәтлеккә арнарға тәҡдим итәбеҙ. Минеңсә, был иң яҡшы белгестәрҙе һәм ҡыҙыҡлы спикерҙарҙы йәлеп иткән ҙур ведомство-ара эш булырға тейеш. Әйҙәгеҙ, киләсәк өсөн эшләйек, беҙгә уҡыусылар һәм студенттар диспансеризацияһы менән эшләргә, балаларыбыҙҙың психик һәм әхлаҡи һаулығын нисек һаҡларға кәрәклеген аңлау зарур. Был эшкә ҡушыла башлағыҙ», – тип мөрәжәғәт итте республика етәксеһе кәңәшмәгә килгән министрлыҡ һәм ведомство етәкселәренә.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин ошо йүнәлештә эш алып барылыуын билдәләне.
«Мәғариф министрлығы менән берлектә мәктәптәрҙең стоматология кабинеттарын тулыһынса яңырттыҡ, был ремонтлауҙы ғына түгел, ә заманса стоматология ҡорамалы менән йыһазландырыуҙы ла үҙ эсенә ала. Ҡайҙалыр ошондай кабинеттар балаларҙы ҡабул итә башланы ла инде, – тип хәбәр итте министр. – Диспансеризацияға килгәндә, әле Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡатнашлығында өс яҡлы эш алып барабыҙ. Уҡыусылар өсөн психотерапия үҙәген булдырыуға, 12-нән 18 йәшкә тиклемге ҡыҙҙҙар һәм малайҙарҙың репродуктив сәләмәтлегенә йүнәлтелгән комплекслы программаны бойомға ашырыуға ла ҙур әһәмиәт бирелә».
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне