Мемориаль таҡтаташ Өфөнөң Чернышевский урамында, билдәле совет дипломаты белем алған мәҙрәсәлә асылды. Хәҙер был йортта Рәсәй Ислам университеты урынлашҡан.
Таҡтаташҡа мәғлүмәттәр дүрт телдә – башҡортса, русса, ғәрәпсә, инглизсә яҙылған. Был осраҡлы түгел. Кәрим Хәкимовтың тормошо халыҡ-ара эшмәкәрлек менән бәйле, ул күренекле совет дипломаты. Тап Кәрим Әбдрәүф улы йәш Совет Республикаһының ғәрәп-фарсы донъяһы менән дуҫлыҡ мөнәсәбәттәренә нигеҙ һала.
Таҡтаташ асыу тантанаһында Ислам форумы ҡунаҡтары, билдәле шәхестәр ҡатнашты. Уларҙың фекере бер, Кәрим Хәкимовтың исеме мәңгеләштерелергә, киләсәк быуынға еткерелергә тейеш.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.
Фотолар «Башинформ»агентлығынан