Ул бер нисә һаулыҡ һаҡлау учреждениеһында булды, шулай уҡ «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә һатып алынған туғыҙ фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм дүрт ашығыс медицина ярҙамы машиналарынан асҡыстар тапшырҙы.
Күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункттары сирҙәрҙе иртә асыҡлау өсөн медицина ҡарауы уҙғарыу, дауалау-профилактикалау ярҙамы күрһәтеү, ауыл ерендә йәшәүселәргә медицина хеҙмәттәре алыуҙы еңеләйтеү һәм уларҙың сифатын күтәреү өсөн тәғәйенләнгән.
Был «ПАЗ» автобусы базаһындағы күсмә комплекс электрокардиограф, бәләкәй күләмле экспресс-анализатор кардиомаркерҙар, дефибриллятор-монитор, гинекологик кресло һәм башҡа медицина, шул иҫәптән анализдар алыу ҡорамалы менән йыһазланған. Был ФАПтар медицина хеҙмәтләндереүе булмаған, берҙән йөҙгә тиклем кеше йәшәгән төпкөл ауылдар өсөн кәрәк.
ФАП алған туғыҙ район араһында беҙҙең Бәләбәй районы ла бар.
Оксана Алексеева материалын Зөлфиә Ғарифуллина тәржемә итте