Бөтә яңылыҡтар
Туризм
3 Декабрь 2019, 11:42

Гимназия – еңеүселәр араһында

1-се гимназияның «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы мәктәбе» конкурсында еңеүе тураһында шатлыҡлы хәбәр килеүенә теүәл биш йыл уҙҙы.

Быйыл уҡыу йортоноң педагогтар коллективы, уҡыусылары һәм ата-әсәләр тағы шундай уҡ шатлыҡлы тойғолар кисерә.
Күптән түгел ойоштороу комитетынан ҡалабыҙҙың 1-се гимназияһы «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы мәктәбе» конкурсының «Иң яҡшы гимназия – 2019» номинацияһында лауреат исеме алыуы хаҡында танытма килде. Ә директор Зарима Ханнановаға «Йыл директоры – 2019» маҡтаулы билдәһе бирелгән.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: