Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
3 Декабрь 2019, 17:59

Яңы йыл каникулдарында хәмер һатыуҙы контролдә тоторға кәрәк буласаҡ

Башҡортостан башлығы, «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбиров партия ағзаларына Яңы йыл байрамдарында алкоголь һатыуға бәйле хәлде контролгә алырға ҡушты.

Яңы йыл каникулдарында иҫерткес эсемлектәр һатыуҙы сикләгән республика законы проекты Дәүләт Йыйылышында ҡарауҙа. «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк сәйәси советы президиумы ултырышында Башҡортостан парламенты рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов депутаттар законды ағымдағы йылдың аҙағына тиклем ҡабул итергә ниәтләүҙәрен әйтте.
Сикләүҙәр кафеларға һәм ресторандарға ҡағылмай, ә бына сауҙа нөктәләрендә хәмер һатыу тыйыла, тип билдәләне ул. Радий Хәбиров фекеренсә, «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзалары үҙҙәре яғынан ялған алкоголь һатыу урындарын контролдә тоторға тейеш.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: