Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
4 Декабрь 2019, 14:00

Хөкүмәт йортонда дәүләт программаларының үтәлешен барланылар

Башҡортостанда дәүләт программаларын финанслауға 187 миллиард һумдан ашыу аҡса тотонолған.

Был күләм 2019 йылда күҙалланған сығымдарҙың 95 проценты. Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары Андрей Назаров әйтеүенсә, дәүләт программаларының үтәлешенә төбәктең һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, торлаҡ-коммуналь, ауыл хужалыҡтары үҫеше бәйле. Уларға ярашлы, быйыл 1 мең ярым сара тормошҡа ашырыу ҡаралған. 786-һы ғәмәлгә ашырылған да инде. Ҡалғандары буйынса эштәр дауам итә.
Ултырышта билдәләнеүенсә, дәүләт программаларын Башҡортостан башлығының сентябрь указына ярашлы тулыландырыу мөһим. Киләһе йылдарҙа эске һәм тышҡы туризм, төҙөлөш, транспорт, эшҡыуарлыҡ, һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереү буйынса эштәр көсәйтеләсәк.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: