Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
4 Декабрь 2019, 11:30

Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте 100 йыллығын билдәләне

Өфөлә Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте – 100, Башҡортостандың Журналистар союзы ойошторолоуға 85 йыл тулыуға арналған ҙур байрам сараһы үтте.

Тарихи дата республика үҫешенә тос өлөш индереүсе бер төркөм хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләү тантанаһы менән башланды. Хеҙмәткәрҙәр республиканың төрлө ведомстволарының Почет грамоталары, китап баҫтырыу өлкәһендә уңыш ҡаҙанған ветерандар Башҡортостандың 100 йыллығы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да, нур сәс халҡыңа!» миҙалы менән бүләкләнде.
«Китап» нәшриәтенең һәм Журналистар союзының тарихи датаһы уңайынан «Башҡортостан» дәүләт концерт залы фойеһында күргәҙмә лә ойошторолдо. Улар араһында ғәрәп һәм латин графикаһында баҫтырылған тәүге китаптар ҙа бар. Экспозицияла, уҙған быуат башында башҡорт әҙәбиәтенә аяҡ баҫҡан билдәле яҙыусы-шағирҙарҙың тәүге ижад емештәре айырым урын биләй. Күп кенә баҫмалар Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың һирәк һәм ҡулъяҙма китаптар бүлегендә һаҡлана.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: