Бөтә яңылыҡтар
Туризм
5 Декабрь 2019, 12:01

Башҡортостанда яңы туристик портал эшләй башланы

Башҡортостанда яңы visitrb туристик порталы эшләй башланы.

Ресурста туристик маршруттар, шифаханалар, милли аш-һыу, сувенирҙар, шулай уҡ Башҡортостандың баш ҡалаһының иҫтәлекле урындары тураһында мәғлүмәт тупланған, тип хәбәр итә «Башинформ» агентлығы.
Айырым ҡушымтала республиканың сәйәхәттәр ойошторған туроператорҙары хаҡында мәғлүмәттәр баҫылған.
«Ошо проект өҫтөндә беҙ оҙаҡ һәм тулҡынланыу менән эшләнек. Һәр нескәлекте иҫәпкә алырға, порталды файҙалы һәм ҡыҙыҡлы итеп төҙөргә тырыштыҡ. Бының өсөн төрлө өлкәләрҙән иң яҡшы белгестәрҙе йәлеп иттек. Башҡортостандың киләсәге ҙур һәм яҡты икәненә, ә ошо сайт аша республиканың күркәм ерҙәрен күрергә бик күп туристар килеренә ышанам. Беҙҙең эшҡыуарҙар ярҙамы менән бизнесты алып барыу өсөн күберәк мөмкинлектәр булыр», – тип яҙҙы Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Римма Бойцова Facebook селтәрендәге сәхифәһендә.
Төҙөүселәр һүҙҙәренсә, сайттың бүлектәре тулыландырыла һәм алдағы көндәрҙә тулы көскә эшләй башлай.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: