Был хаҡта «Российская газета» баҫмаһы Рәсәйҙең Пенсия фондына һылтанма менән хәбәр итә.
Әйтәйек, рәсәйҙәрҙең пенсияһы айына бер мең һумға арта. Түләү, былтырғы кеүек үк, законда билдәләнгән ваҡыттан бер ай алдараҡ – 1 февралдә түгел, ә 1 ғинуарҙа индексациялана.
2020 йылдың 1 ғинуарынан эшләмәгән рәсәйҙәрҙең уртаса пенсияһы айына 16 400 һум була. Илдә 40 миллион кешегә өҫтәмә түләнә.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне