Бөтә яңылыҡтар
Туризм
6 Декабрь 2019, 14:00

Өфөгә «Башҡортостан саҡыра!» тәүге инвестиция форумына Владимир Познер килә

Өфөгә «Башҡортостан саҡыра!» тәүге инвестиция форумына Владимир Познер килә. Билдәле алып барыусы ошо инвестиция форумының пленар сессияһы модераторы ролендә сығыш яһай.

19 декабрҙә Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында «Башҡортостан саҡыра!» беренсе инвестиция форумы була, унда төбәктең һөҙөмтәле инвестиция сәйәсәтен формалаштырыу мәсьәләләрен ҡарайҙар, тип хәбәр итә «Башинформ»агентлығы.
Форумдың программаһында – Башҡортостанды ирекле инвестициялар биләмәһе итеп күрһәтеү, «Төбәктәргә инвестициялар: үҫеш нөктәләре һәм иң яҡшы тәжрибәләр» пленар ултырышы, дискуссия секциялары эше, уларҙа республиканың иҡтисади үҫеш мәсьәләләрен ҡарайҙар һәм бизнес өсөн льготалар, өҫтөнлөктәр хаҡында һөйләйҙәр.
Форум барышында «Алға, Башҡортостан!» әүҙем инвесторҙар клубының беренсе ултырышын үткәреү, уның барышында республикала проекттарын ғәмәлгә ашырған уңышлы инвесторҙар менән йәнле аралашыу ойоштороу күҙаллана.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: