Күргәҙмә барышында сауҙа һәм халыҡ өсөн ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. «Республика оҫталары ҡорама ҡорау, шәл бәйләү, милли уйын ҡоралдары һәм ҡурсаҡ әҙерләү, ағас һырлау һәм кейеҙ баҫыу кеүек һөнәрҙәрен күрһәтәсәк», – ти Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы директоры Альбина Килдеғолова.