Бөтә яңылыҡтар
Туризм
9 Декабрь 2019, 11:38

Өфөлә Ватан Геройҙары көнөнә арналған тантаналы сара уҙҙы

Башҡортостан 18 Рәсәй һәм Советтар Союзы Геройын, ике Социалистик Хеҙмәт Геройҙарын үҙендә ҡабул итте.

– Беҙҙең өсөн был – ҙур мәртәбә, беҙ бөтә геройҙарыбыҙ менән ғоруланабыҙ, – тине Радий Хәбиров тантаналы сарала – Ватан Геройы – Тыуған илен яҡлағанда ихтыяр көсө, батырлыҡ, илһөйәрлек күрһәткән кеше ул. Улар миллиондарса малайҙарға өлгө булып тора.
Уның һүҙҙәренсә,Башҡортостанда йәшәүселәр Ватаныбыҙҙы яҡлау өсөн күп тапҡыр иңгә-иң терәшкән, республика 278 Советтар Союзы Геройы тәрбиәләп үҫтергән. Улар Бөйөк Ватан һуғышы яланындағы ҡыйыулығы өсөн ошондай юғары исемгә лайыҡ булған.
– Тормошта һәр саҡ ҡаһарманлыҡҡа урын бар, ләкин бөгөн, тормошобоҙҙа тик хеҙмәт батырлыҡтары ғына булһа, яҡшы булыр ине. Армиябыҙ, илдең оборонаға һәләтлелеген нығытыу ярҙамында тыныс тормошта йәшәй алыуыбыҙҙы аңларға тейешбеҙ. Ә беҙҙең геройҙар бөтәбеҙгә лә сағыу өлгө күрһәтә, – тип билдәләне республика Башлығы.
Тантаналы сарала ҡатнашыусылар республиканың ижади коллективтары һәм балалар студиялары концертын ҡараны. Улар патриотик һәм фронт йырҙарын башҡарҙы.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.
Фотолар «Башинформ» агентлығынан
Читайте нас: