Ҡаланың «Родина» мәҙәниәт һарайында еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы һәм гала-концерт үтте.
Туймазы районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Рәмзин Әпсәләмов хәбәр итеүенсә, конкурсанттар һаны йылдан-йыл арта. Быйыл бәйгелә республиканың төрлө мөйөштәренән килгән 12 ансамбль оҫталыҡта көс һынашты. Айырыуса Балтас, Баҡалы, Благовещен райондары ҡурайсылары әүҙемлек күрһәткән. Гран-при – Баймаҡ районынан Риф Ҡәйепҡоловта.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы ағзаһы Хөрмәтулла Үтәшев һәм Ҡоролтайҙың башҡарма комитеты аппараты етәксеһе Заһир Ишкин конкурстың иң йәш һәм иң өлкән ҡатнашыусыларын бүләкләне. Иң йәш ҡурайсы – Өфөнән 8 йәшлек Раил Кирәев, иң өлкәне – Баймаҡтан 70 йәшлек Сабирйән Байназаров булған.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне