Улар араһында – республиканың муниципаль райондары хакимиәттәре вәкилдәре, әҙәбиәт һәм сәнғәт әһелдәре, баҫмалар мөхәррирҙәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, гәзит уҡыусылар.
Бөгөн дә баҫма, һәр ваҡыттағыса, республикабыҙ сыуаштарының ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни тормошона төп иғтибар биреп, тыуған халҡының тарихын яҙа. Уның алмаштырғыһыҙ мөхәррире Юрий Михайлов ҙур пландар менән янып йәшәй, хеҙмәткәрҙәр Надежда Родионова, Ирида Новикова, Алена Петрова һәм Инга Алексеева бар күңелдәрен һалып эшләйҙәр.