Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары 19 декабрҙә пленар ултырышта тейешле закон проектын ҡарай. Дөйөм алғанда, 2020 йылда бюджет сығымдары 226,6 мрд күләмендә планлаштырылған, килемдәр 204,6 мрд һум булыр тип фаразлана.
Ҡоролтайҙа асыҡлап әйтеүҙәренсә, ноябрь аҙағында алдағы өс йылға Рәсәй Федерацияһы бюджеты ҡабул ителде. Был федераль үҙәктән субвенциялар күләмен аныҡларға мөмкинлек бирҙе – улар күберәк була.
«Сығымдар структураһына ла төҙәтмәләр индерелде – бюджет тураһында закон проекты буйынса асыҡ тыңлауҙарҙың һәм депутаттарҙың тәҡдимдәре иҫәпкә алынды. Республика бюджеты социаль йүнәлешле булып ҡала – төп аҡса мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, мәҙәниәт һәм спорт өсөн ҡаралған», – тине Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне