«Халыҡтың төп социаль-демографик төркөмдәре өсөн йәшәү минимумы түбәндәге күләмдәрҙә билдәләнгән: 10 186 һум – эшкә һәләтле халыҡ өсөн, 7801 һум – пенсионерҙар өсөн һәм 9548 һум – балалар өсөн», – тип хәбәр итә республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Йәшәү минимумы дәүмәле квартал һайын билдәләнә.
Йәшәү минимумы – ҡулланыусылар кәрзине хаҡы. Ул кеше һаулығын һаҡлау һәм уның йәшәү эшмәкәрлеген тәьмин итеү өсөн кәрәк булған аҙыҡ-түлек, тауарҙар һәм хеҙмәттәрҙең минималь йыйылмаһын күҙ уңында тота. Айлыҡ түләүҙәр һәм йыйымдар ҙа йәшәү минимумына инә.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне