Бөтә яңылыҡтар
Туризм
12 Декабрь 2019, 11:51

Бәләбәйгә яңы реанимобиль асҡысы тапшырылды

Ҡаланың ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәте үҙенең автопаркын тулыландырҙы.

Республика балалар клиник дауаханаһы, Дыуан, Белорет райондары үҙәк дауаханалары, Нефтекама, Сибай, Күмертау, Октябрьский ҡала дауаханалары менән бергә Бәләбәй ҙә Ford Transit маркалы ашығыс медицина ярҙамы машинаһы (реанимобиль) асҡыстарын алды. Стәрлетамаҡтың санитар автотранспортына ике реаномобиль тапшырылды, тип хәбәр итә республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Реанимобилдәр заманса медицина ҡорамалы менән йыһазландырылған һәм табиптар йәки реанимация бригадаһы көсө менән ашығыс медицина ярҙамының дауалау сараларын үткәреү, госпиталгә тиклемге этапта пациенттарҙың хәлен күҙәтеү һәм уларҙы ташыу өсөн тәғәйенләнгән.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: