Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
13 Декабрь 2019, 15:00

Өфөлә Беренсе халыҡ-ара этнотуризм форумы үтә

«Торатау» конгресс-холл бинаһына Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм Австрия, Польша, Швеция һәм Молдованан туризм индустрияһында эшләүселәр йыйылды.

Конгресс-холл бинаһы алдында уҡ сит илдәрҙән һәм Рәсәй төбәктәренән килгән ҡунаҡтарҙы милли кейемдәрҙә башҡорт һыйҙары һәм ҡурай моңдары менән ҡаршыланылар.
Этнотуризм мәсьәләләренә арналған форумдың ҡыш миҙгелендә үткәрелеүе бер ҙә осраҡлы түгел. Европа илдәрендә ҡар-буранлы ҡыштар бик һирәк. Сит илдәрҙән килгән ҡунаҡтарҙы тап Яңы йыл алдынан Башҡортостан менән таныштырыу һәм яҡынайтыу туризм өлкәһендә бәйләнеште киңәйтер тип көтөлә.
Терра-ҡыш, терра Башҡортостан йәйге проекттары, экспедициялар һәм ваҡиғалар туризмы үҙ эсенә этник туризм элементтарын да индерә. Бөгөн Башҡортостан туроператорҙары тәҡдим иткән ял беҙҙең төбәктә быуаттар буйы йәшәгән халыҡтың кәсебе, тормош-көнкүреше, йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре һәм ҡул эштәре менән таныштырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Форумда ҡатнашыусылар башҡорт милли аштарын тәмен һәм сифатын юғары баһаланы, ә милли нағыштарҙа төҫтәр төрлөлөгөнән хайран ҡалды..
Беренсе халыҡ-ара этнофорум сиктәрендә «Торатау» конгресс-холында ҙур күргәҙмә эшләй. Унда үҙебеҙҙең төбәктең милли нағыштарын менән кейемдәр һатып алырға, башҡорт милли аштарын тәмләп ҡарарға ҙәм этнотуристик марштуттар менән танышырға мөмкин.
Беренсе халыҡ-ара этнотуризм форумы башҡалабыҙ Өфөлә 14 декабргә тиклем дауам итәсәк.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: