– Һеҙ республика, беҙҙең балалар өсөн бик күп эш башҡараһығыҙ. Яңы объекттар төҙөү, мәктәптәрҙә яңы технологиялар индереү буйынса пландарыбыҙ ҙур, – тине республика етәксеһе Радий Хәбиров. – 2020 йылдың февралендә уҡытыусылар берләшмәһе менән мәғариф системаһынының артабанғы үҫешен тикшерергә тәҡдим итәм. Ауыл уҡытыусыларына ярҙам күрһәтеүгә килгәндә, уны дауам итербеҙ. Кәрәк булған осраҡта, ауылдарыбыҙҙа йәш уҡытыусылар эшләһен өсөн гранттар һанын арттырырға әҙербеҙ.