Бөтә яңылыҡтар
Туризм
16 Декабрь 2019, 18:16

Гимназияның йәш журналистары бүләктәр менән ҡайтты

Улар барыһы ла «Тамыр селтәре» проектында ҡатнашыусылар.

Туған телде һаҡлау проекты сиктәрендә «Тамыр» телеканалы республиканың Мәғариф министрлығы менән берлектә төбәк мәктәптәрендә телестудиялар асты. 11 гимназия араһында бындай бәхеткә Бәләбәйҙең башҡорт гимназия-интернаты ла иреште.
Телестудияның йәш хәбәрселәре, июнь айынан башлап, канал уҙғарған бөтә оҫталыҡ дәрестәрендә ла ҡатнашты. Журналист булырға хыялланыусы уҡыусылар үҙҙәрен хәбәрселәр, операторҙар, режиссерҙар, ҡораусылар сифатында һынап ҡараны. Һәр тренинг билдәле бер темаға бағышланғайны: балалар сюжет, социаль ролик, әкиәткә трейлер төшөрөргә өйрәнде.
«Мин киләсәктә уларҙан профессионалдар үҫеп сығыр тип уйлайым, сөнки балалар ҡыҙыҡһыныусан, һәр нәмәгә үҙ ҡараштары бар. – ти «Тамыр» телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина. – Өлкәндәргә уларҙы дәртләндерергә, йүнәлеш бирергә, бер аҙ өйрәтергә генә ҡала».
Ошо көндәрҙә Өфөлә мәктәптәр телестудияларының беренсе фестивале ойошторолдо.
Йәш хәбәрселәрҙе мәртәбәле ҡунаҡтар, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары ҡотланы.
11 гимназия араһында Бәләбәй башҡорт гимназия-интернаты телестудияһы өсөнсө дәрәжә Дипломға лайыҡ булды. Йәш хәбәрселәргә шулай уҡ БР Мәғариф министрлығының һәм «Тамыр» телеканалының рәхмәт хаттары тапшырылды.
«Беҙҙең гимназияның 20 уҡыусыһы ошо тантананың шаһиты булды. Дәртле, ҡыҙыу, күркәм үтте был сара. «Тамыр» телеканалы хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт ! Улар балалар күңелендә осҡон ҡабыҙып ҡына ҡалмай, шул осҡондан башҡаларҙы йылытырлыҡ усаҡ яндыра белә. Шул усаҡты һүндермәй тота белә! – тип тәьҫораттары менән бүлеште телестудия етәксеһе, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зүлиә Исламова.
Йәш журналистарға артабан да уңыш юлдаш булһын!
Зөлфиә Ғарифуллина
Читайте нас: