Бөтә яңылыҡтар
Туризм
16 Декабрь 2019, 14:00

Үҙәк китапханала Башҡорт теле көнө уҙҙы

Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың Указы менән 14 декабрь Башҡорт теле көнө тип иғлан ителде. Был көндө республикала башҡорт телен һаҡлауға, үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар күп үткәрелде.

Бәләбәй ҡалаһының Үҙәк биләмә-ара китапханаһында ла бик матур сара уҙҙы. «Тыуған ерҙә – туған телдә» тип аталған телдән журнал менән танышырға Бәләбәй медицина колледжының беренсе курс уҡыусылары саҡырылды. Журнал биттәре башҡорт теленең ни тиклем моңло, нәфис яңғырауы, бер телдән дә кәм булмауы тураһында бәйән итте; дәүләт телебеҙҙе һаҡларға, яҡларға саҡырҙы.
Үҙәк китапхананың милли әҙәбиәт һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге хеҙмәткәре Алһыу Шәрипова Ә. Әминевтең «Ҡытайгород» әҫәренән Фәйзулла ҡарттың уй-фекерҙәрен уҡып ишеттереп, башҡорт халҡының һәм теленең киләсәге тураһында уйланырға мәжбүр итте.
14 декабрҙә башҡорт халҡының билдәле мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө лә киң билдәләнә. Журналдың Аҡмулланың тормош һәм ижад юлына арналған битен милли әҙәбиәт һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегенең әйҙәүсе китапханасыһы Рәсимә Сәлимова Ғ. Шафиҡовтың «Аҡмулла» повесынан өҙөк менән асты. Ул мәғрифәтсенең иҫ киткес бай ижади мираҫына туҡталды.
Артабан уҡыусылар шағир тураһында видеоны ҡыҙыҡһынып ҡараны. Шулай уҡ сара ҡунағы – «Урал батыр»» милли-мәҙәни үҙәге методисы Нәзирә Фәрхетдинованың сығышын да бик яратты студенттар. Ул «Ләйсән» башҡорт фольклор ансамбле тураһында һөйләне, йәш таланттарҙы төркөмгә саҡырҙы.Ҡурайҙа халыҡ көйҙәрен уйнап күңелдәрҙе елкендерҙе.
Студенттар үҙҙәре лә башҡорт теле, Аҡмулла тураһында шиғырҙар уҡып ишеттерҙе. Рәсимә Мөҙәрис ҡыҙы шулай уҡ республикала иғлан ителгән «Туған һүҙгә – йөҙ аҙым» проекты һәм уға ярашлы 100 китаптан ойошторолған күргәҙмә менән таныштырҙы,
Йыйылғандар Башҡорт теле көнөнөң бай йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы уҙыуын, бик фәһемле булыуын билдәләне.
Зөлфиә Ғарифуллина
Читайте нас: