Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
16 Декабрь 2019, 12:00

Республика эшҡыуарҙары снюстар менән сауҙа итеүҙе туҡтатырға тейеш

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров балаларҙы ағыулаусыларға 24 сәғәт ваҡыт бирҙе.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған аҙнала Стәрлетамаҡ мәктәптәренең береһендә 11 йәшлек малай снюс ҡулланғандан һуң дауаханаға оҙатыла. Был ваҡиғаға ҡарата республика етәксеһе үҙ фекерен белдерҙе.
«Унда никотин тәмәкегә ҡарағанда ла күп, бала организмы өсөн бик хәүефле. Ил буйынса көн һайын уҡыусыларҙың көслө ағыуланыуы тураһында мәғлүмәт килә, хатта үлемесле осраҡтар ҙа булды. Закон көсөнә ингәнсе, балаларыбыҙҙы башҡа һөҙөмтәле ысулдар менән һаҡлау тураһында уйлайыҡ. Магазин хужаларына был ағыуҙы кәштәләренән алырға 24 сәғәт бирәм. Кем аңламаған – икенсе төрлө һөйләшәсәкбеҙ», – тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас: