Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
17 Декабрь 2019, 17:10

Телдәр фестивалендә – башҡорт теле

Бөгөн Башҡорт дәүләт университетында ЮНЕСКО эгидаһы аҫтында аҫаба халыҡтар телдәренә, Башҡортостан Республикаһының – 100, юғары уҡыу йортоноң 110 йыллығына арналған VII халыҡ-ара телдәр фестивале бара.

Бөгөн унда Башҡортостандан һәм Рәсәй төбәктәренән 436 делегат ҡатнаша.
Фестивалдә йәмғеһе 15 секцияла донъяның төрлө телдәре, уларҙы өйрәнеү үҙенсәлектәре, замана шарттарында телдәрҙе өйрәнеү һәм популярлаштырыу алымдары тураһында һүҙ барасаҡ. Сараға донъяның 40-тан ашыу теле тураһында 198 эш тәҡдим ителгән.
Сибай институтынан килгән делегация ағзалары фестивалдең төрлө секцияларында башҡорт музыка ҡоралдары, башҡорт лингвистикаһы һәм семантикаһы, инглиз һәм рус теле материалдарында телмәр тотоусыларҙың стилистик үҙенсәлектәре кеүек темаларға сығыш яһай.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: