Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
18 Декабрь 2019, 11:26

Башҡортостанда Бал ауылы барлыҡҡа киләсәк

Стилләштерелгән боронғо башҡорт тарихи ауылы Иглин районында Хәлиловтар умарталығында төҙөләсәк.

Уның проекты менән республика Башлығы Радий Хәбиров Иглин районына эш сәфәре барышында танышты. Ул түмәр-солоҡ умартасылығын тәүгә күреүен әйтте.
Хәлиловтарҙың хужалығында улар 40 берәмек иҫәпләнә. Үҙенсәлекле умартаны туристар килеп ҡарай ҙа башлаған. Ә ҡортсолар иһә ғәҙәти умарталары янына түмәрҙән эшләп ҡуйып уларҙы сағыштырырға ниәтләй. Был кәсеп менән күптән шөғөлләнеүселәр ағастың эсе уйып яһалыуы бал ҡорттары өсөн тәбиғи шарттар тыуҙыра тигән фекерҙә.
– Беҙ республика өсөн традицион умартасылыҡ тармағын да, туризм өлкәһен дә үҫтерәсәк Бал ауылы проектына ярҙам күрһәтербеҙ. Миңә бында барыһы ла оҡшаны, – тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Ауылда шулай уҡ 300 солоҡсолоҡ умарталығы, 40 баш йылҡыға иҫәпләнгән ферма, ҡымыҙ фермаһы, «Ылаҡ» уйыны өсөн манеж, шулай уҡ йәйәүле һәм атлы уҡсылар өсөн манеждар төҙөлә. Эшҡыуар Артур Иҙелбаев, үҙ сиратында, Өфөнөң яҡын булыуын иҫәпкә алып, бында туристар йөрөтә башлауҙарын һәм урындың популярлыҡ яулауын әйтте.
Киләсәктә умарталыҡ нигеҙендә боронғо стилдәге ауыл барлыҡҡа киләсәк. Проект «Апимондия – 2021» халыҡ-ара конгресы сиктәрендә ҡарала. Боронғо башҡорт ауылын тергеҙеү 227 миллион һумға баһалана. Был маҡсатта финанс сығымдарҙы федераль һәм республика ҡаҙналарынан йәлеп итеү өсөн грант конкурсында ҡатнашыу бурысы ҡуйылған.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: