Бөтә яңылыҡтар
Туризм
19 Декабрь 2019, 17:00

Баш ҡалабыҙҙа «Инвесторҙар аллеяһы» барлыҡҡа килә

Республика Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Андрей Назаров «Башҡортостан саҡыра!» инвестиция форумында ошо турала белдерҙе.

Үҙенсәлекле аллеяға киләһе йылда билдәле урындарҙың береһендә нигеҙ һалына. Андрей Назаров беҙгә килгән һәр эшҡыуарға рәхмәт белдерҙе һәм республиканың инвесторҙар өсөн асыҡ булыуын билдәләне.
«Башҡортостан саҡыра!» инвестиция форумында Рәсәй төбәктәренән, Европа һәм Азия илдәренән 300-ҙән ашыу компания вәкиле ҡатнашты. Унда бер нисә ҙур килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: