Өфөнән алты хәбәрсе, мөхәррир һәм оператор ил етәксеһенең ҙур матбуғат конференцияһына юлланды. Улар – «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Йәмәғәт электрон гәзите, «Эксперт Башкортостан» гәзите һәм Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналистары.
Залда ултырған коллегаларыбыҙҙы «ӨФӨ» тигән яҙыу буйынса танырға мөмкин. Улар дәүләт башлығына һорауҙарын әҙерләгән дә инде, шуға күрә уңыш йылмайыр тип ышанырға ғына ҡала.
Бөгөн, 19 декабрҙә, Владимир Путиндың ҙур матбуғат конференцияһы Мәскәү ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана. Дәүләт башлығының журналистар менән аралашыуы федераль телеканалдарҙың тура эфирында күрһәтелә.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне