Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
20 Декабрь 2019, 12:00

«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты: дарыуҙарҙы бушлай бирәсәктәр

Быйыл октябрҙә Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова ҡайһы бер дарыуҙарҙың бушлай биреләсәге хаҡында әйткәйне инде.

2020 йылдан инфаркт, инсульт кисергән һәм йөрәгенә операция яһатҡан пациенттар бушлай дарыуҙар ала башлай. Был хаҡта һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова белдерҙе, тип хәбәр итә ТАСС.
«2020 йылдан алып киҫкен ҡан тамырҙары сирҙәре – киҫкен коронар синдромы, киҫкен миокард инфаркты, баш мейеһе ҡан әйләнеше һәм инсульттар, шулай уҡ йөрәгенә һәм ҡан тамырҙарына операциялар кисергән ауырыуҙар түләүһеҙ дарыуҙар менән тәьмин ителә», – тине Вероника Скворцова Закон сығарыусылар советы кәңәшмәһендә.
Рәсәйҙә йәшәүселәр бушлай дарыуҙарҙы сир башланғандан алып ике йыл дауамында алырға мөмкин, тип өҫтәне һаулыҡ һаҡлау министры.
Беренсел медицина-санитар ярҙамын күрһәтеү системаһы үҫеше – «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының иң мөһим өлөштәренең береһе. Шуға һаулыҡ һаҡлау тармағының беренсел өлөшө яңыртыла, йәғни амбулаторияларҙа дауалауҙа булғандар табип тәғәйенләгән йөрәк өсөн дарыуҙарҙы бушлай аласаҡ.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроектынацпроектыБашкортостан
Читайте нас: