Спорт объекты республиканың 100 йыллығына федераль һәм төбәк бюджеттары иҫәбенә төҙөлгән. Унда ябыҡ һырғалаҡ, хореография, тренажер залдары, массаж, кейенеү бүлмәләре һәм башҡа биналар бар.
Башҡортостан Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, киләсәктә үҙәк Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштарҙы ҡабул итергә мөмкин.
– Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров халыҡты физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә әүҙем йәлеп итеү бурысын ҡуйҙы, – тип билдәләне республика хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров. – Бөгөн үҙәкте асыу менән беҙ юғары кимәлдәге ярыштар уҙғарыуға дәғүә итә алабыҙ. Был спортты популярлаштырыу күҙлегенән бик мөһим.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне