Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
23 Декабрь 2019, 11:30

Ике үркәсле дөйә һүрәте тауар билдәһе итеп теркәлгән

Шүлгәнташ мәмерйәһендәге боронғо ике үркәсле дөйә (бактриан) һүрәте тауар билдәһе булараҡ теркәлгән, тип хәбәр итә Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге.

2017 йылда ғалимдар Хаос залында үҙенсәлекле дөйә рәсемен тапҡан. Бактриан – Рәсәйҙә генә түгел, донъяла ла берҙән-бер һүрәт, ул 14-37 мең йыл элек төшөрөлгән тип фаразлана. Был дата Шүлгәнташ мәмерйәһен донъяның билдәле мәмерйәләре менән бер кимәлгә ҡуя.
Тауар билдәһенең эксклюзив хужаһы – «Шүлгәнташ мәмерйәһе» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы.
Музей-ҡурсаулыҡ директоры Фәүзил Маликов һүҙҙәренсә, стилләштерелгән силуэт рәүешендәге график тауар билдәһе хәҙер музей экспозицияларында, сувенир продукцияһында, башҡа тауарҙарҙа һәм хеҙмәттәрҙә файҙаланыла.
Бөрйән районында төҙөлә башлаған «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни комплексы 2021 йылдың йәйендә асыласаҡ.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: