Был турала республика етәксеһе «Ышаныс» хоспистарға ярҙам итеү хәйриә фонды ойоштороусыһы Анна Федермессер менән осрашыуҙа белдергәйне. Унда шулай уҡ буласаҡ хосписты урынлаштырыу, йыһазландырыу үҙенсәлектәре, республикала паллиатив медицинаны үҫтереү мөмкинлектәре лә өйрәнелде.
Тәүҙә медицина-социаль учреждениеһы «Башҡортостан сәскәләре» торлаҡ комплексына ингән урында булыр тип күҙалланғайны. Хәҙер уның аныҡ урыны билдәләнде. Өфө хосписына урын «Мега» сауҙа үҙәге артында бүленәсәк. Бының өсөн 237 сутый майҙан ер бүлеү хаҡында республика Башлығының ҡарары ҡабул ителде.
Әле республикала 6 йөҙҙән ашыу бала һәм 25 мең тирәһе оло йәштәгеләр паллиатив ярҙамға мохтаж. Буласаҡ хоспис 50 урынға иҫәпләнә һәм бынан тыш йорттарға йөрөү хеҙмәте ойоштороласаҡ.
Билдәле булыуынса, 2019 – 2024 йылдарҙа Рәсәйҙә «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн 1,7 триллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтеү планлаштырылған.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
#Путин#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан