Бөтә яңылыҡтар
Туризм
24 Декабрь 2019, 17:12

Милли проект: урмандарҙы һаҡлауға – ике миллиард

Башҡортостанда «Урмандарҙы һаҡлау» федераль проекты буйынса 2024 йылға тиклем ошо күләмдә аҡса бүлеү ҡаралған. Билдәле булыуынса, программала урындағы үҙидара органдарының ҡатнашыуы ҡаралмаған.

– «Урмандарҙы һаҡлау» төбәк проектын ғәмәлгә ашырыуға аҡса тик федераль бюджеттан бүленә. Проектты финанс йәһәттән тәьмин итеүгә 2024 йылға тиклем 2,2 мрд һум бүлеү ҡаралған, шул иҫәптән 923 миллион һум – бюджеттан. Төп өлөшө – 1,3 миллиард һум – ҡуртымсылар һәм урман хужалығы учреждениелары сығанаҡтары булырға тейеш. Быйыл урмандарҙы тергеҙеүгә һәм махсус техника алыуға бөтәһе 198,2 миллион һум бүленде, – тине Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов йылға йомғаҡ яһап.
Ул быйыл «Экология» милли проектының «Урмандарҙы һаҡлау» төбәк проекты бурыстарының ведомство тарафынан комплекслы үтәлеүен белдерҙе.
Был сумманың 83 миллион һумы – урмандарҙы тергеҙеүгә, 115,2 миллион һумы матди-техник базаны яңыртыуға тотонолған. Ғөмүмән, был аҡсаға 45 урман хужалығы һәм янғын техникаһы, 265 берәмек ҡорамал, инвентарҙар алынған.
Киләһе йылда федераль бюджеттан 211,2 млн һум бүленәсәк, уның 133,2 млн һумын – урмандарҙы тергеҙеүгә, орлоҡ әҙерләүгә – 0,9 млн һумын, ағас ултыртыу һәм үрсетеү өсөн махсус ҡорамалдар, техника алыуға – 36,7 млн һум, янғын һүндереү техникаһы алыуға 40,4 млн һум йүнәлтеләсәк. Министрҙың һүҙҙәренсә, 2024 йылға тиклем ведомствоға ҡараған учреждениелар кәрәкле янғын һүндереү техникаһы менән тулыһынса тәьмин ителәсәк. Был «Урман янғындарынан зыянды кәметеү» проектының маҡсатлы күрһәткестәренә өлгәшеүгә булышлыҡ итәсәк.
– Урмандарҙы яһалма тергеҙеү буйынса республикалағы күрһәткес Рәсәйҙә иң яҡшылар рәтендә. Илдә ул һан уртаса 25 процент булһа, республикала ике тапҡырға күп, Волга буйы федераль округында был күрһәткес буйынса беренсе урындабыҙ. Ҡуртымсылар 7,5 мең гектар майҙанда ағас ултыртыуҙы ойошторорға планлаштырһа, был эштәр 7,8 мең гектарҙа атҡарылды, йәғни пландары 104 процентҡа үтәлде, ә урман хужалыҡтарыныҡы – 102 процентҡа, – тине Марат Искәндәр улы.
Ул ағас ултыртыу, урмандарҙы тергеҙеү, кәрәкле техника алыу өсөн ҡулланыла. Ведомствоға ҡараған учреждениеларҙы 2024 йылға тиклем тулыһынса янғын һүндереү техникаһы менән тәьмин итеү ҡарала.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: