Бөтә яңылыҡтар
Туризм
24 Декабрь 2019, 14:00

Яңы йылға – күстәнәс

Яңы йыл алдынан Республика Башлығының бүләктәрен алыу һәйбәт йолаға әүерелде.

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 16 мең дана бүләк һатып алынған. Уларҙы Халыҡты социаль яҡлау үҙәге белгестәре тарата.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республика бюджеты иҫәбенән Яңы йыл бүләктәрен алыуға 14 йәшкә тиклемге биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән аҙ килемле ғаиләләр хоҡуҡлы. Әгәр ҙә ғаилә халыҡты социаль яҡлау органдарында иҫәптә торһа, документтар йыйыуҙың кәрәге юҡ. 18 йәшкә тиклемге биш балаһы булған күп балалы ғаилә иҫәптә тормаһа, мотлаҡ ошо органға мөрәжәғәт итергә тейеш.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: