Туризм
25 Декабря 2019, 06:30

Бәләбәй һөт комбинаты милли проектта ҡатнаша

Декабрҙә «Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам» милли проекты сиктәрендә «Стеклонит» һәм «Почет билдәһе» орденлы Бәләбәй һөт комбинаты» йәмғиәттәре предприятиелары араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бөгөнгә милли проектта 50 предприятие ҡатнаша. 2019 йылғы маҡсатлы күрһәткес үтәлгән. Атап әйткәндә, 40 предприятие – эшкәртеү, 7 – ауыл хужалығы өлкәһе һәм өс төҙөлөш производствоһына ҡарай.
«Стеклонит» йәмғиәте – илдең быяла сүсе нигеҙендәге продукция етештереүсе эре предприятиеһы. Бәләбәй һөт комбинаты – Рәсәйҙең ҡаты күҙләнсекле сырҙар етештереүсе эре предприятиеларының береһе. Комбинаттың сырҙары Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә – Калининградтан Хабаровскиға тиклем – һатып алыусыларға яҡшы билдәле. Компания үҫешә, продукция сифатына һәм яңы технологиялар һәм рецептуралар үҫеүенә ҙур иғтибар бирә.
Предприятиеның генераль директоры Евгений Линкевич: «Тауарға һорау тиҙ үҙгәргән, көнәркәшлек артҡан шарттарҙа беҙгә заман менән бергә атларға, комбинат хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәрергә, йәш белгестәрҙе ылыҡтырғыс эш биреүсе булырға кәрәк, – тип билдәләне. – Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү программалары буйынса милли проектта ҡатнашыу мөмкинлеге – был иң мөһим капиталға – беҙҙең таланттарҙы, проекттарҙы һәм бизнесты мөмкин тиклем һөҙөмтәле итеүселәрҙе үҫтереүгә тос өлөш индереү ул», тип хәбәр итә БР Иҡтисад үҫеше һәм инвестициялар сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
#Башкортостан#нацпроекты#производительностьтрудаиподдержказанятости#Белебеевскиймолочныйкомбинат
Читайте нас