Бөтә яңылыҡтар
Туризм
25 Декабрь 2019, 14:00

«Килсе, килсе, Яңы йыл!»

«Урал батыр» милли-мәҙәни үҙәгенең Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге башҡорт ижтимағи үҙәге ойоштороп уҙғарған Яңы йыл кисәһе шулай аталды.

Зал уртаһында ҡупшы итеп биҙәлгән шыршы тирәләй был кистә йәше-ҡарты йыйылды. Улар үҙәктең талантлы артистары, саҡырылған ҡунаҡтар башҡарған дәртле лә, моңло ла йырҙарға ҡушылып йырланы, шыршы тирәләй әйләнеп, ҡурай, баян, флейта көйҙәренә тыпырҙатып бейене, рәхәтләнеп күңел асты. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу уҙғарған уйындарҙа ихлас ҡатнашып, Ҡыш бабайҙан бүләктәр алды.
Кисә һуңында Эльмира Маликова тағы бер ҡыҙыҡлы уйын менән барыһының иғтибарын йәлеп итте. Һауыттарға төрлө үлән, орлоҡтар һалынған, башта уларҙы барлап, еҫкәп ҡарайһың да, унан, күҙҙәрҙе йомоп, береһен алып, еҫе буйынса ғына нәмә икәнлеген билдәләйһең. Мәсьәлә, ай, бик еңелдән түгел ине!
Бына шулай күңелле итеп бәләбәйҙәр яҡынлашып килгән яңы йыл байрамдарын башлап ебәрҙе. Йырҙа йырланғанса, киләһе йыл бәхеттә, шатлыҡта үтһен! Һау-сәләмәт булайыҡ!
Зөлфиә Ғарифуллина.
Автор фотолары
Читайте нас: