Бөтә яңылыҡтар
Туризм
26 Декабрь 2019, 13:54

Өфөлә тәүге тапҡыр Ҡарһылыуҙар парады була

Сара «TERRA ZIMA» яңы йыл фестивале барышында ойошторола.

Ул ҡышҡы көндәрҙең иң бай һәм ҡыҙыҡлы ваҡиғаһы булырға вәғәҙәләй, тип хәбәр итә «Башинформ» агентлығы.
Ҡыш бабайҙың ейәнсәре кейемендә теләгән һәр кем килергә мөмкин. 3 ғинуарҙа көндөҙгө сәғәт 2-гә Өфөнөң Совет майҙанына йыйылырға кәрәк.
Ҡарһылыуҙар Совет майҙанынан Ленин урамы буйлап «Ҡунаҡһарай» сауҙа комплексына тиклем атлап бара, унда флешмоб һәм төрлө конкурстар ойошторола. Иң сағыу һәм әүҙем ҡатнашыусыларҙы бүләктәр көтә.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: