Был хаҡта аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Борис Беляев бәйән итте. Быйыл республикала беренсе тапҡыр пикселле шыршылар ҡуйылды, Италияла етештерелгән паннолар урынлаштырылды.
– Яңы йылға әҙерлекте юғары кимәлдә ойошторғандары өсөн хакимиәт башлыҡтарына рәхмәт белдерәм, – тине Радий Хәбиров. – Эштең тәүге өлөшө тормошҡа ашырылды. Мине йәмәғәт именлеге һәм янғын хәүефһеҙлеге борсой. Ошо һорауҙарға ҙур иғтибар бүлергә саҡырам.
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова әйтеүенсә, төбәк етәксеһе күрһәтмәһе буйынса «Яңы йыл календары - 2020» әҙерләнгән. Унда республика халҡы байрам көндәрен ҡыҙыҡлы һәм сағыу үткәрһен өсөн мәҙәни һәм күңел асыу саралары тураһында тулы мәғлүмәт тупланған.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне