Бөтә яңылыҡтар
Туризм
27 Декабрь 2019, 14:00

Эштәрен яратып башҡаралар

Өфөлә «Йыл эшҡыуары» республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләнеләр.

2019 йылғы эш һөҙөмтәләре буйынса «Производство өлкәһендә (бәләкәй (микро) предприятие) йылдың иң яҡшы эшҡыуары» исемен Бәләбәйҙең «Мебель мастер» компанияһы етәксеһе Вера Шәңгәрәева яуланы. Предприятие аш бүлмәһе өсөн, корпуслы һәм стенаға индереп эшләнгән йыһаз сығарыуға махсуслашҡан.
«БХ»-ға биргән интевьюһында уңышлы эшҡыуар былай тине:
– Республика күләмендә Бәләбәй районын һәм ҡалаһын лайыҡлы күрһәтә алғаныбыҙ менән ғорурланабыҙ. Беҙҙең компанияны был награда тағы ла сифатлыраҡ эшләргә дәртләндерә. Стив Джобс әйткәнсә: «Ҙур эш башҡарыу өсөн берҙән-бер ысул – эшләгән эшеңде ихлас яратыу». Шуға ла ғаилә бизнесында беҙ «эшләйһең икән, ҡабатлап эшләргә тура килмәһен өсөн, шунда уҡ еренә еткереп башҡар» принцибына таянабыҙ.
Конкурсты ойоштороусы БР Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты быйыл еңеүселәрҙе 14 номинация буйынса билдәләне. Ведомствоның сайтында бөтә конкурсанттар ҙа ҡыҙыҡлы тәжрибәгә һәм юғары күрһәткестәргә эйә, улар араһында иң лайыҡлы кандидатураны табыуы еңел булманы, тип яҙылған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, һәр конкурстағы кеүек үк, иң яҡшылар араһында еңеүселәр аталған.
Римма Солтанова материалы буйынса Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.
Фотола: Вера һәм Марат Шәңгәрәевтәр
#Башкортостан#республиканскийконкурсПредпринимательгода2019#ВераШангареева#Лучшийпредпринимательгодавсферепроизводства
Читайте нас: