Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
30 Декабрь 2019, 17:00

Башҡортостанда «ҡоро закон» көсөнә инде

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа Яңы йыл каникулында хәмер һатыуҙы сикләгән ҡанун проекты ҡабул ителде.

«Алкоголь һатыу режимы уҙған йылдарҙың криминаль һәм медицина статистикаһынан сығып билдәләнде, – тине республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. – Мәғлүмәттәрҙе анализлап, хәмер менән ағыуланыу осраҡтарының күбеһе 3 ғинуарға тура килеүенә иғтибар иттек. Тик бында эш тәү ҡарашҡа күренгәнсә ялған продукцияла ғына түгел, ә саманан тыш артыҡ ҡулланыуҙа. Тап 3 ғинуарҙа алкоголь һатыуҙы сикләү шуның менән аңлатыла. Артабанғы көндәрҙә статистика алкоголь психоздары, суицидтар һәм үлтереүҙәр һанының артыуын күрһәтә. Иҫкәртеү маҡсатында 4-6 ғинуарҙа көнөнә иртәнге 10-дан көндөҙгө 2-гә тиклем хәмер һатыу сикләнә».
Константин Толкачев шулай уҡ депутаттарға алкоголде законһыҙ рәүештә етештереү урындарын һәм суррогат һатыу нөктәләрен асыҡлау буйынса эшкә ҡушылырға саҡырҙы.
Республика парламенты спикеры һүҙҙәренсә, был закон – халыҡ араһында эскелекте иҫкәртеү буйынса ҙур эштең башы ғына.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: