Халыҡ менән 141 тапҡыр осрашҡан. Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итте. Башҡортостан юлдаш каналында «Республика LIVE #дома» тапшырыуының 103 сығарылышы эфирҙа күрһәтелгән. Ҡатмарлы урындарҙа, атап әйткәндә, Сибайҙа – 6, Өфөлә – 29, Стәрлетамаҡта һәм Салауатта икешәр тапҡыр булған.
Радий Хәбиров шулай уҡ әлегә барып өлгөрмәгән төбәктәрҙә йәшәүселәрҙән ғәфү ҙә үтенгән.
«Эш сәфәрҙәренә исем өсөн түгел, ә проблемаларҙы хәл итергә йөрөйөм. Яңы йыл байрамдарында бер-ике көн ял иткәндән һуң тағы ла алға, райондарға», тип яҙған Башҡортостан башлығы.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне