Бөтә яңылыҡтар
Туризм
31 Декабрь 2019, 14:00

Иғтибарлы булайыҡ!

Алда беҙҙе оҙайлы ял көндәре көтә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы белгестәре яңы йыл каникулдарында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотмаҫҡа саҡыра.

Ҡәҙерле ватандаштар! Ябай ғына көнкүреш, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙмаҫҡа тырышайыҡ! Байрамдар матур, бәлә-ҡазаһыҙ үтһен!
Ғәҙәттән тыш хәлдәр була ҡалһа, Берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратырға кәрәк. Бәйләнеш телефоны: 112. Элемтәгә сим-картаһыҙ телефондан да сығып була.
Зөлфиә Ғарифуллина
Читайте нас: