Бөтә яңылыҡтар
Туризм
31 Декабрь 2019, 12:00

Иртәгә1 ғинуар – Яңы йыл

Хөрмәтле Бәләбәй районы халҡы!Һеҙҙе Яңы 2020 йыл менән ҡотлайым!

Был шатлыҡлы һәм көтөп алынған байрам беҙҙе дөйөм өмөттәр, хыялдар һәм ынтылыштар менән берләштерә. Ул бәхет һәм мөғжизәләр көтөү мөхите тыуҙыра. Беҙ барыбыҙ ҙа киләһе йылдың тик яҡшы хәбәрҙәр һәм күңелле ваҡиғалар ғына килтереүен, теләгәндәребеҙҙең тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.
Үтеп барған 2019 йыл бәләбәйҙәр өсөн, бөтә республика халҡы өсөн кеүек үк, мөһим эштәргә бай булды. Ул беҙгә осрашыуҙар һәм асыштар ҡыуанысы, ҙур һәм бәләкәй еңеүҙәр, яңы тормош тәжрибәһе бирҙе. Тыуған ер именлеге өсөн лайыҡлы эшләгәндәргә, көндәлек хеҙмәттәре менән дөйөм эш уңышына тос өлөш индергәндәргә рәхмәт белдерәм.
Үҙ хоҡуғына инеүсе яңы йыл емешле хеҙмәт, яңы әһәмиәтле ҡаҙаныштар йылы булһын! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, тыныслыҡ һәм игелектәр теләйем!
Яңы йыл бәхетле булһын!
Бәләбәй муниципаль районы хакимиәте башлығы А.А. Сәхәбиев
Читайте нас: