Байрам майҙансыҡтарында өфөләр һәм каникул осоронда баш ҡалаға ял итергә килгән ҡунаҡтар ҙа күпләп йыйыла. Улар күҙҙең яуын алырлыҡ ҡупшыҡай тирәләй күңел аса, фотоға төшә. Конькиҙа йөрөүселәрҙе лә осратырға мөмкин. Ял көндәрен саф һауала үткәреүсе балалар һәм өлкәндәр ҙә яңы йылға ҙур өмөттәр бағлай, теләктәрен еткерә.