Боҙ-баттл тип исемләнгән спорт байрамына республика бәһлеүәндәре йыйылды. Улар төрлө ауырлыҡтарҙағы боҙ күтәреү, ырғытыу, шыуҙырыу ярышында ҡатнашып үҙ ара көслөләрҙе асыҡланы. Бер майҙанда 12 батыр көс һынашты. Ҡыҙыу ярыштарҙан боҙҙар сатнағандай булды. Әйткәндәй сарала теләгән һәр кем ҡатнаша алды. Үҙ көсөн һынап ҡарарға тип республиканың алыҫ райондарынан да килеп еткәндәр.
Бәһлеүәндәрҙең майҙан тотоуынан тамашасыларҙың күңеле лә боҙҙай ирене. Ҡышҡы каникулда ҡунаҡ ашына ҡарағанда күләмле спорт байрамдарында ҡатнашыу күпкә файҙалыраҡ, ти сараға килеүселәр.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне