Бөтә яңылыҡтар
Туризм
4 Ғинуар 2020, 12:00

Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан әҙәби саралар ойошторола

Арҙаҡлы шәхестәр онотолмай. Башҡорт әҙәбиәтенең классиғы, азатлыҡ йырсыһы Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан республикала әҙәби саралар ойошторола.

Тәүгеләрҙән булып яҙыусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, сәхнә оҫталары шағирҙың һәйкәленә сәскәләр һалды. Милләттәштәребеҙ Шәйехзада Мөхәмәтзәкир улының бай йөкмәткеле ижадын иҫкә алып, уның шиғырҙарын уҡыны. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указына ярашлы, әҙиптең 125 йыллығы төбәктә юғары кимәлдә билдәләнәсәк.
Шәйехзада Бабичтың ижады егерменсе быуат башы поэзияһында ғына түгел, дөйөм башҡорт әҙәбиәте тарихында күренекле урындарҙың береһен алып тора. Ҡәләм оҫтаһы ҡыҫҡа ғына ғүмерендә халыҡ күңеленән юйылмаҫ әҫәрҙәр ҡалдыра.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: