Зыян күреүселәр башлыса тауҙан шыуып йәки юлдарҙағы боҙҙа тайып йығылып йәрәхәтләнә. Табиптар пациенттарға рентген үткәреп, медицина ярҙамын күрһәтә. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса һәр кешегә дауалау процедуралары яҙыла.
Белгестәр әйтеүенсә, йәрәхәтләнеү осраҡтары байрам кәйефе менән хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен инҡар итеүгә бәйле. Күңел асыу, спорт уйындарында ҡатнашыу, юлдарҙа иғтибарһыҙ булыу ғәҙәттән тыш хәлдәргә килтерә.
Табиптар фекеренсә, байрамдар мәлендә йәрәхәтләнеү һәм үлем осраҡтарын иҫкәртеү мәсьәләләренә иғтибарҙы арттырыуға ҡарамаҫтан, күптәр ял сәғәттәрендә уяулығын юғалтыусан.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.