Бөтә яңылыҡтар
Туризм
7 Ғинуар 2020, 16:00

Республика Милли музейында Яңы йыл залы эшен дауам итә

50-се йылдарҙан һаҡланған 500-ләп шыршы уйынсыҡтары һәм ҡотлау открыткалары күргәҙмәгә ҡуйылған.

Ретро-күргәҙмә унда килеүселәргә Советтар Союзы заманындағы байрам һулышын еткерә. Ҡулдан эшләнгән ҡар бөртөктәре, ҡауырһын Ҡарһылыуҙар һәм Ҡыш бабайҙар. Залда шулай уҡ шыршы биҙәүсе ғаиләне һынландырған яңы йыл инсталляцияһы ла ҡуйылған. Былар барыһы ла күргәҙмә ҡунаҡтарын бөтөнләй икенсе ваҡытҡа алып китә. Байрам көндәрендә музейға бушлай инергә мөмкин.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: